Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан өс белгесте һәм эшмәкәрҙе бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Федерация Советының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм шәхси эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев «Дуҫлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Шулай уҡ Краснокама районының «Алға» тоҡомсолоҡ заводы етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллинға «Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде



