Республика менән идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тейешле документтарҙы әҙерләп бөткәс чат-бот эшләй башлай. Телеграмда шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләләренә сүп сығарыуҙағы льготалар буйынса чат-бот булдырыла. Унда ташлама юллау өсөн ниндәй документтар, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тураһында белешергә була. Республикала мобилизацияланғандар ғаиләләрен ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн түләүҙән бушаталар.







