Башҡортостан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә резиденттар йәлеп итеү буйынса уңышлы эшләй

Беренсе вице-премьер–Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шулай тип белдерҙе. Резиденттарҙың 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалыуы планлаштырыла. 10 мең самаһы яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Премьер-министр Андрей Назаров иҡтисади биләмәләрҙе үҫтереү буйынса эште әүҙем алып барырға ҡушты. Ул шулай уҡ Ағиҙел һәм Сибай ҡалаларын миҫалға килтерҙе.

Башҡортостан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә резиденттар йәлеп итеү буйынса уңышлы эшләй

Республикала 5 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе бар. Улар Бәләбәй, Күмертау, Белорет, Благовещен һәм Нефтекамала урынлашҡан. Биләмәләр һаны буйынса Башҡортостан илдә беренсе урында тора.

Фото №1 - Башҡортостан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә резиденттар йәлеп итеү буйынса уңышлы эшләй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ