Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры водителдәрҙе машина тәгәрмәстәрен алмаштырырға саҡырҙы. Ведомство етәксеһе Александр Булушев ҡышҡы резинаға күсеү кәрәклеге хаҡында белдерҙе.
Синоптиктар алдағы көндәрҙең һалҡынайтыуы тураһында хәбәр итә. “Ҡышҡы юл водителдән етди иғтибар талап итә”, ти автоэксперт Хәлим Әйүпов. Ул машина йөрөтөүселәргә кәңәштәр еткерә.
Үткән аҙнала республикала 73 авария теркәлгән. Юл-транспорт ваҡиғаларында 7 кеше һәләк булған, 88-е йәрәхәтләнгән.







