Төбәк “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеү яуланы. Уға 3 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. “Әүҙем тормош алып барыусыларға ҙур бүләк булды”, - ти Асҡын егете, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты хеҙмәткәре Винарис Абдуллин:
“Спорт майҙансығы беҙҙең өсөн ҙур хыял ине. Ул тормошҡа ашты. Хәҙер балалар ҙа, өлкәндәр ҙә саф һауала шөғөлләнә”, - ти йәш спортсы Динислам Суфиянов.




