Ул Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллыҡ юбилейы һәм республикала йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһына 10 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Сарала алдынғы медицина хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Уларҙы Республика хакимиәте башлығы етәксеһе Максим Забелин тәбрикләне.
Форум онлайн һәм оффлайн форматта үтә. Күрше төбәктәрҙән һәм сит илдән меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән. Сарала йөрәк ауырыуҙарын дауалау, заманса технологиялар ҡулланыу мәьсәләләре ҡарала.




