Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр тулы ҡеүәттә ҡышҡы эш режимына күсте

Уҙған төндә генә урам-юл селтәрҙәрен таҙартыуға һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар һибеүгә 130 берәмек техника йәлеп ителгән. Авария хәүефе юғары булған участкаларға - күпер, юл үткәргес, тротуар, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына айырыуса иғтибар бүленә.

Бер тәүлек эсендә генә яҡынса 485 тонна реагент ҡулланылған. Ҡала хеҙмәттәре халыҡты юлда иғтибарлы булырға, водителдәрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм тиҙлек режимын үтәргә саҡыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ