Киләһе йыл республиканың 247 ауылы кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк

Киләһе йыл республиканың 247 ауылы кәрәҙле элемтә һәм мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ошондай һандар яңғыраны. Кәңәшмәлә шулай уҡ автотрассаларҙа тотороҡло бәйләнеш сигналы булдырыу мәсьәләһе тикшерелде. Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин республикала 40 автомобиль юлының төбәк статусына эйә булыуын хәбәр итте.

Башҡортостан башлығының 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу барышында ведомство төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдары оҙонлоғоноң 90 проценттан ашыуын кәрәҙле элемтә сигналы менән тәьмин итеү буйынса план әҙерләгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ