Бөгөн полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановҡа алтмыш йәш тулған булыр ине

Ошо уңайҙан мәрхүмдең яҡындары, хеҙмәттәштәре, дәүләт эшмәкәрҙәре уның ҡәберенә сәскә һалды. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Артур Әхмәтханов 2019 йылда оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булғайны.

Иҫкә алыу сараһында Башҡортостан башлығы хакимиәте башлығы Максим Забелин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Милли гвардияның Волга буйы федераль округы ғәскәрҙәре командуюущийының беренсе урынбаҫары Руслан Султыгов ҡатнашты. Артур Фәрүәз улының тормош иптәше иренең хәтерен ҡәҙерләп һаҡлаусыларға, уның эшен ,тормошҡа ашырылмай ҡалған башланғыстарын дауам итеүселәргә рәхмәт белдерҙе.

Артур Әхмәтханов оперуполномоченныйҙан Эске эштәр министрлығының төбәк идаралығы етәксеһе дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән шәхес. Ниндәй генә вазифа биләһә лә, ул һәр ваҡыт енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта була. Артур Әхмәтханов шулай уҡ Волга буйы федераль округында милли гвардия ғәскәрҙәре ойоштороу башында тора. Һуңғы йылдарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләне. Йәмғиәт хәүефһеҙлеген тьмин итеү буйынса байтаҡ проекттар башланы. Уның эшен бөгөн уҡыусылары, коллегалары дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ