Хәүефһеҙлек федераль хеҙмәтенең төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре Туймазы районында нарколаборатория эшмәкәрлеген асыҡлаған.
Өс кешенән торған төркөм ағыулаусы матдәләр етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән. Ғәйепләнеүселәр төҙөлөш барған йорт подвалында химик реактивтар һатып алып, махсус ҡоролмалар урынлаштырған булған. Көс структуралары вәкилдәре мәғлүмәттәренә ярашлы, енәйәт урынында 21 килограммдан ашыу мефедрон һәм 10 килограмм марихуана табылған. «Нарколаборатория»ны ойоштороусылар 2 айға һаҡ аҫтына алынған.
Белгестәр баһаһы буйынса, табылған наркотик хаҡы 83 миллион һумдан ашыуға барып баҫа. Ә мефедрон етештереүсе ҡоролмалар 3 миллион һумға баһалана. Нарколаборатория аҙнаһына 10 килограмға тиклем наркотик әҙерләгән, енәйәттә ғәйепләнеүселәр уларҙы таратҡан.




