«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты июль аҙағында төҙөлә башлаған. Социаль объектта төҙөлөш эштәре тамамланған, әле медицина ҡорамалдары, башҡа йыһаздар урынлаштырыла. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Пациенттарҙы ҡарау, прививка һәм процедуралар, медикаменттар һаҡлау өсөн айырым кабинеттар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылытыу системаһы эшләнгән, канализация селтәре үткәрелгән. Ә яңыраҡ ҡына быларҙың барыһы ла хыялда ғына булған. Медицина хеҙмәттәре интернат бинаһының бер бүлмәһендә күрһәтелгән.
Яңы социаль объект Ключи һәм Күсән ауылдарында йәшәүсе 300-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Фельдшер-акушерлыҡ пункты заман талаптарына ярашлы төҙөлә, тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Әле медицина ҡоролмалары урынлаштырыла. Яҡын арала ЭКГ-аппарты алынасаҡ. Тимәк, халыҡҡа йөрәкте тикшереү өсөн район үҙәгенә йөрөргә түгел, ауылда шулай уҡ анализ бирергә лә мөмкин буласаҡ.
Яҡын арала «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Асҡын районының Яңы Ҡаҙансы ауылында ла заманса ФАП сафҡа инәсәк. Шулай уҡ асҡындарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү маҡсатында район үҙәгендә поликлиника төҙөү күҙаллана. Киләһе йыл уны проектлау эштәре көтөлә.
Әлфинә Килдейәрова



