Ағалы -ҡустылы Ғирфановтар бер-нисә йыл дауамында ауыр тормош хәлендә ҡалған, үкһеҙ етемдәргә, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтә. Иглин районы Охлебинин балалар приютына эшҡыуарҙар ун миллион ярым һумлыҡ капиталь ремонт үткәргән. Балаларға уңайлы шарттар тыуҙырылыуы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Балалар приютына төрлө ғаилә хәлдәренә бәйле килеп эләккән бәләкәстәргә бында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр йөрәк йылыһын, иғтибарын бүлә. 1914 йылда төҙөлгән бина ҡыйығы иҫкереп, һыу үтеү сәбәпле, таушала башлаған, тәҙрә рамдары бүртеп яраҡһыҙ хәлгә килгән. Эшҡыуар Ғирфановтар төп бинаға капиталь ремонт үткәргәндән һуң, балалар йылы, таҙа, өй шарттарына яраҡлаштырылған мөхиткә килеп эләгә.
Был боронғо биналарҙа ауыл дауаханаһы урынлашҡан булған. Ул ябылып, фап икенсе бинала асылған. Ашханала ла Ғирфановтар түбә терәүҙәрен, кәрниздәрҙе алмаштырған, түбәгә профнастил япҡан. Приют етәкселеге эшҡыуарҙар ярҙамында социаль обьектта баларға йәшәү, ижади эш менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырған. Капиталь ремонт 2 айҙа тамамланған. Төҙөлөш әүҙем алып барылған мәлдә эшҡыуарҙар приют тәрбиәләнеүселәрен «Айғыр» туристар базаһына, Шүрәле тештәренә сәйәхәткә алып сыҡҡан.
Ағалы -ҡустылы Ғирфановтарҙың тамырҙары Баймаҡ районынан. Тәүге ярҙамды ла улар «Алеша» хәйриә фонды менән берлектә яҡташтарынан башлаған.
Эшлекле яҡташлыҡ Кесе Ватанды үҫтереүҙәге ҙур этәргес көс .2021 йылдың 1 мартында старт алған «Атайсал» проектына республиканан төрлө өлкәлә уңышлы эшләүсе 2700 эшҡыуар ҡушылған. Улар ярҙамында ауыл-ҡасабалар биләмәләре төҙөкләндерелгән, социаль объекттар төҙөлгән.
Ағалы-ҡустылы Ғирфановтар балалар приютының ике бинаһында түбә яңыртҡан, тәҙрәләр алмаштырған. Капиталь ремонт үткәреүҙән тыш, улар артабан да приют етәкселеге менән хеҙмәттәшлек итеп, социаль ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеген белдергән.
Гүзәл Борханова



