«Мир» картаһы түләү системаһы аҡса экономияларға ярҙам итә

Башҡортостанда йәмәғәт транспорты пассажирҙары юл йөрөүгә ташлама биргән «Мир» картаһы түләү системаһы акцияһы менән әүҙем файҙалана. Тәүге ике айҙа төбәк халҡы акция ярҙамында экономиялаған аҡса күләме 3 млн һумға барып еткән. Шул уҡ ваҡытта юл йөрөү өсөн смартфон ярҙамында иҫәпләшеү бер ярым тапҡырға артҡан.

Республикала йәмәғәт транспортында йөрөү өстән бер өлөшкә арзанайҙы. Смартфондағы «Мир» картаһы менән иҫәпләшкәндә юл хаҡы тағы ла түбәнерәк. Ольга ла айҙан ашыу инде милли түләү системаһы менән файҙаланып ярайһы ғына аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырған.

Йәмәғәт транспортында күп йөрөргә тура килә, бер-нисә тапҡыр ултырһаң ҙур ғына сумма сыға. Үҙем өсөн һәр юл йөрөүҙән 7 һум аҡса эконмиялап булған Мир пэй ҡушымтаһына астым. Ныҡ уңайлы.

Ольга Смирнова

Йәмәғәт транспортына ултырған һайын 7 һум аҡса экономиялар өсөн тап смартфон аша иҫәпләшергә кәрәк. Уның Android базаһында, NFC контактһыҙ түләү функцияһы булыуы ла мөһим. Әгәр бөтә ошо шарттар мөмкин икән, телефонға «Мир»картаһын индереү генә лә етә. Был тәңгәлдә Mir Pay йәки Samsung Pay мобиль түләү сервистары ярҙам итә ала.

«Мир» картаһын индереү ныҡ еңел, барһы ла аңлашылып тора. Бер минут ваҡытты ала. «Мир» картаһын индереү менән файҙалана һәм юлға ташлама менән иҫәпләшергә мөмкин.

Мария Точилова, «Мир» түләү системаһының продукттар, һанлы һәм технология сервистары үҫеше буйынса директоры

Юл йөрөүгә ташлама контактһыҙ иҫәпләшеү терминалы булған бөтә трамвай, троллейбус һәм автобуста ла ғәмәлдә. Бынан тыш, акцияла «Алға».виртуаль картаһы ла ҡатнаша. Әгәр ҙә ул «Мир» картаһына бәйләнгән булһа, бөтә булған ташлама дөйөмләштерелә. Акция йыл аҙағына тиклем дауам итә. Тимәк, әлегә милли түләү системаһы тәҡдимдәре менән файҙаланып, юлға киткән сығымдарҙы экокнмияларға өлгөрөргә мөмкин.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ