Өфөлә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенән балалар командаһы йыйылды. Өфө хакимиәтенең Физкультура һәм спорт буйынса идаралығы етәксеһе Егор Сорокин һөйләй.
Фестивалдә мини-футбол, волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, бадминтон, шахмат ярыштары үтә. “Турнирға етди әҙерләндек”, - ти Ҡырғыҙстан командаһы вәкиле Ҡамсат Мәмбәтов.
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале 19 ноябргә тиклем дауам итә.




