Сибай ҡалаһынан Ырымбур өлкәһенә тимер юл һуҙыла

Был мәсьәлә Мәскәүҙә күтәрелде. Республика премьер-министры Андрей Назаров "Рәсәй транспорты" форумында мөһим проекттар менән таныштырҙы. Сибайҙан 170 километрлыҡ тимер юл төҙөү планлаштырыла. -Был логистиканы  яҡшыртыу мөмкинлеге бирә. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы ташыу ҙа еңелләшә, - тине Андрей Назаров. Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Андрей Белоусов проекттарға ыңғай баһа бирҙе. Киләһе аҙнала Башҡортостанда юлдар төҙөлөшөнә бәйле мөһим проекттар буйынса кәңәшмә уҙғарыу тураһында килешелде.

Фото №1 - Сибай ҡалаһынан Ырымбур өлкәһенә тимер юл һуҙыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ