Ҡырмыҫҡалы районында мини сирена янғындан 4 кешенең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам иткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо турала белдерҙе.
Республикала халыҡҡа 900 меңдән ашыу янғын иҫкәртеү приборы тапшырылған. Уларҙың яртыһы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ҡуйылған. Торлаҡ йорттарҙы мини-сиреналар менән тәьмин итеүҙә Тәтешле, Йәрмәкәй һәм Балтас райондары уңышлы эшләй.







