Ил парламентында ошо турала закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнашыусылар хәрби бәрелештәр ветеранына тиңләнә. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина фекере.
Республика парламентының пленар ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләрен транспорт һалымынан бушатыу, шулай уҡ торлаҡ льготалары билдәләү тураһында закон ҡабул итеү ҡарала.







