Республика баш ҡалаһы илдә 22-се урын алған. Өфөлә транспорт уңайлығы яҡшырған, хәүефһеҙлек артҡан. Автобус-троллейбустарҙа юл хаҡының күтәрелеүе рейтингка кире йоғонто яһаған. Мәскәү һәм Санкт-Петербургты иҫәпкә алмағанда иң яҡшы транспорт системаһы Пермдә тип билдәләнгән.







