Мәктәпкә илткән юл ни тиклем хәүефһеҙ?

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы уҡыусыларҙың ата-әсәләре араһында ойошторолған һорау алыуға йомғаҡ яһаны. Мәғлүмәт йыйыуҙа 21 район-ҡаланан алты меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан. Мониторинг һөҙөмтәләренә ярашлы, респонденттарҙың 40,5 проценты балаларҙың белем усағына илткән маршрут хәүефһеҙ булыуын билдәләһә, яҡынса 37 проценты кире фекер белдергән.

Яҡтыртыу ҡорамалдары, тейешле юл билдәләре булмауға бәйле мөрәжәғәттәр ҙә ҡалдырылған. Һәр бер осраҡ буйынса яуаплы ведомстволар менән берлектә йәмәғәт тикшереүе уҙғарыу ҡаралған. Урындағы хакимиәттәргә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе юҡ итеүгә бәйле тәҡдимдәр индереләсәк.

Мониторингҡа ярашлы, мәғариф учреждениеларының 81 проценттан ашыуы автобиль юлдарына яҡын урынлашҡан. Ата-әсәләр башлыса автомобилдәрҙең тиҙлеген көйләүсе өҫтәмә юл билдәләре, видео күҙәтеү камералары, сфетофорҙар ҡуйыуҙы талап иткән. Юл-троутарҙарҙы төҙөкләндереү, ваҡытында ҡарҙан таҙартыу буйынса ла мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Мәктәп, балалар баҡсалары янында парковка булдырыу кеүек теләктәр ҙә ебәрелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ