Ғәйнә башҡорттары педагог һәм остаз йылын ҡаршы алырға әҙерләнә

 Ғәйнә башҡорттары 2023 йылда илдә иғлан ителгән педагог һәм остаз йылын ҡаршы алырға әҙерләнә. Пермь крайының Барҙа ауылында башҡорт теле уҡытыусыһына һәйкәл асылды. Телде һаҡлаусы, уны киләсәк быуындарға еткереүсе мөғәллимдәрҙе данлау ниәте менән күрше төбәктең Барҙа округы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, рәссам, шағир Мөхөтдин Ғәбдүшев, округ хакимиәте башлығы Хәлил Алапанов һәм мәғариф алдынғыһы Нурия Исмәғилева сыға.

Шиғриәт, әҙәбиәт, музыка киңлектәрендә уҡытыусыларға ҡуйылған һәйкәлдәр күп. Ә бына архитектурала бөйөк һөнәр эйәләре абруйы тейешенсә баһаланмаған. Башҡорт теле уҡытыусыһына таш һынды авторҙары тиҫтә йыллап хыялында йөрөтә.

Уҡытыусы - белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе, балаларҙың күңеленә изгелек сифаттары өләшеүсе лә. Ниндәй өлкәлә эшләһәк тә , ниндәй генә һөнәр эйәләре булһаҡ та беҙ уҡытыусыларға бурыслыбыҙ, ти һәйкәл авторҙары.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ