Беренсе осорҙа Тимур Хафизовтың шайбаһына Владислав Картаев гол менән яуап бирҙе. Киләһе 20 минутта ҡунаҡтар Сергей Поповтың тырышлығы менән йәнә алға сыҡты, әммә Александр Кадейкин иҫәпте тағы ла тигеҙләне. Егор Соболевский «Сочи»ға еңеү килтерер мәлдә Михаил Науменков уйынды овертаймға күсерҙе. Был юлы уңыш «Сочи»ға йылмайып, ярыш ҡаршы команда файҙаһына 3:4 иҫәбе менән тамамланды. Еңеү шайбаһын Никиты Попугаева индерҙе.
Киләһе матчты юлаевсылар 19 ноябрҙә уҙғара. Яҡташтарыбыҙ «Себер» комнадаһы меннә осраша.



