Бүздәктә район үҙэшмәкәр сәнғәт конкурсы башланды. “ШАНС” тип аталған фестивалдә һәр кем ҡатнаша ала. Ижади бәйгегә Ҡаңны-Төркәй ауылында старт бирелде. Район мәҙәниәт йортоноң методика бүлеге етәксеһе Гүзәл Ғәлләмова һөйләй.
Үҙэшмәкәр сәнғәт конкурсы һәр ауыл биләмәһендә 30 ноябргә тиклем дауам итә. Фестиваль 12 декабрҙә Бүздәк ауылында район мәҙәниәт һарайында иң яҡшы сығыштарҙан гала-концерт менән тамамлана.







