Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө пассажир һыу судноһын ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды

Мәскәүҙә үткән транспорт форумында Башҡортостанда тиҙ йөрөшлө пассажир һыу судноһын ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды.

Бөгөн төбәктең транспорт министры ҡанатлы суднолар буйынса конструкторлыҡ бюроһы етәкселеге менән осрашты. Тиҙ йөрөшлө суднолар етештереүсе предприятие республика менән хеҙмәтәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

Әлеге ваҡытта үҙәк конструкторлыҡ бюроһы ике типтағы - Метеор һәм Валдай атамалы суднолар етештерә. Башҡортостан йылғаларының тәрәнлеген иҫәпкә алып өҫтөнлөктө икенсе вариантҡа биреү маҡсатҡа ярашлы. Әлбиттә, был осраҡта ла ҡыйынлыҡтар бар һәм яҡтар улар буйынса ал эш алып барасаҡ. Проекттың транспорт әһәмиәте генә түгел, туристик потенциалы ла бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ