«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ» тип исемләнгән 2-cе республика конкурс-фестивале Гала-концерты үтте. Төбәктең мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырылған инклюзив проект «Ижади кешеләр» проекты сиктәрендә уҙғарыла. Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙең һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән сараға Гөлназ Хәйбуллина тамаша ҡылды.
Дилара Арыҫланованың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Өфөнөң иң ҙур сәхнәһендә ул баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендә Милли симфоник оркестр менән бергә сығыш яһай. Баянда уйнап, сәнғәт өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһаған ҡыҙ «Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ» фестиваленең Гала-концертына саҡырылған.
Фестивалдә Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе исеменән Морат Моратов та ҡатнаша. Уҡытыусыһы Илгиз Юлдашбаев билдәләүенсә, күреү һәләте насар булған малайҙы баянда уйнарға өйрәтеү ауыр булмаған, музыканы тойоу-ишетеү һәләте яҡшы.
«Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ» республика конкурс-фестиваленә быйыл һайлап алыу этабы ситтән тороп уҙғарылған. Ҡатнашырға теләүселәрҙән 15 сентябргә тиклем дүрт номинация буйынса заявка, видеояҙма ҡабул ителгән. Вокал, музыка ҡоралында уйнау буйынса айырым башҡарыусылар һәм ансамблдәр баһаланған. Еңеүселәр «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторолған Хәйриә Гала-концертына саҡырылды. Быға тиклем балаларҙың күбеһе «Таланттар йондоҙлоғо» конкурсында ла уңышҡа ирешкән.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең ижади осошо - ҡанаттарҙы йәйергә ваҡыт. Сәхнәлә алты йәштән ун ете йәшкәсә балалар сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла бәләкәйҙән сәнғәт юлында .
«Балалар - балаларға» фестивале, «Елкән» конкурсы булһынмы - Башҡортостандың Милли симфоник оркестры йәштәрҙең ижади үҫешен ҡеүәтләүсе сараларҙан айырылғыһыҙ. Академик музыка башҡарған ҙур коллектив сираттағы инклюзив проектта ҡатнашып, мөмкинлектәре сикләнгән йәш таланттарға ҡанаттарын нығытырға ярҙам итте.
Гөлназ Хәйбуллина



