Мәскәүҙә Рәсәй Транспорты халыҡ-ара форумының икенсе көнө тамамланды.Яҡын киләсәктә баш ҡалабыҙҙың ниндәй буласағын хәҙер өфөләр генә белмәй. Халыҡ-ара транспорт форумында Башҡортостан ике ҙур юл проекты менән таныштырҙы. Улар Интернациональ урамы башында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм 16 миллиард һумға төшәсәк «Көньяҡ ҡапҡа». Күләмле ике проекты ла тормошҡа ашырыу транспорт мөхитен үҫтереү стратегияһында ҙур әһәмиәткә эйә.
Башҡортостан ғәҙәттәгесә үҙенең стендын тәҡдим итә, унда ҙур инфраструктура проекттары менән таныштыралар. Быйыл юл фондының дөйөм күләме рекордлы һәм 35 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Башҡортостан Рәсәйҙә юлдарҙың оҙонлоғо буйынса икенсе урын биләй. Транспорт реформаһын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу - уңайлыҡ ҡына түгел, хәүефһеҙлек мәсьәләһе лә. Шуға ла быйыл юл фондының дөйөм күләме яҡынса 20 процентҡа арттырылды. Ремонттан һуң мең километр, реконструкциянан һуң 60 саҡрым самаһы юл файҙаланыуға тапшырыла.



