Бөгөн баш ҡалала Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылыуға 55 йыл тула

Милли батырыбыҙ һыны республика халҡының берҙәмлек символын кәүҙәләндерә, Башҡортостандың визит карточкаһы, шулай уҡ һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора. Әлеге көндә һәйкәлде реконструкциялау мәсьәләһе өйрәнелә.

Был һорау Республика башлығы менән тура бәйләнештә лә күтәрелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һәйкәлде төҙөкләндереү етди мәсьәлә. Киләһе йылда мартта проект әҙер була. Эксперттар эшенән сығып тейешле ҡарар ҡабул ителә. Әммә халыҡ фекере лә мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейеш, тине Республика башлығы.

Билдәле скульптор, монументалист һәм рәссам Сосланбәк Тавасиев һәйкәлде сирек быуат эшләй. Бронза һын Рәсәйҙә иң ҙур һәйкәлдәрҙең береһе. Бейеклеге 9 метрҙан ашыу, ауырлығы 40 тонна.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ