Башҡортостан кинематографистар союзы ойошторған сараға Мәскәү кино эксперттары, режиссерҙары ла килгәйне. «Башҡортостандың йәш киноһы» проекты сиктәрендә «Сценарий яҙыу», «Кино музыкаһы», «Режиссер, оператор оҫталығы» кеүек дәрестәр уҙғарылды.
Питчинг форматында уҙған лабораторияла йәш режиссерҙар кинопроекттарын тәҡдим итте. Унда 50-гә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Иң яҡшы кинопроект авторҙарына ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөүҙә ярҙам күрһәтеләсәк.



