Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн яңы ҡанундар

Шулай уҡ был төркөм граждандар баҙарҙыҡынан түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алыу, бушлай социаль хеҙмәттәр менән файҙаланыу хоҡуғын алды. Был туралағы ҡанундар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ҡабул ителде. Шулай уҡ депутаттар киләһе өс йылға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә күҙаллауҙы һәм бюджетты ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Киләһе йыл республика ҡаҙнаһы сығымдары 279 млрд 600 миллион һум тәшкил итәсәк. 14 миллиард ярым һумлыҡ дефицит ҡаплау сығанаҡтары менән тулы күләмдә тәьмин ителгән. Башҡортостан Парламентының пленар ултырышында алдағы өс йылға иҫәпләнгән «Бюджет тураһында» закон проекты тәүге уҡыуҙа ҡабул ителде. Эстәлеге буйынса ул башлыса социаль йүнәлешле.

Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәләрен үҫтереү - бюджеттың дүрттән өс өлөшө социаль йүнәлешле. Быларҙың барыһын да иҫәпкә алып, фракция ағзалары менән бергә закон проекты өсөн тауыш бирҙек.

Владимир Нагорный, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе / «Ғәҙел Рәсәй - Ғәҙеллек Өсөн Партияһы/

Пленар ултырыштың көн тәртибенә илленән ашыу һорау сығарылды. Уларҙың күп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле. Бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул ителгән документтар ҙа булды. Әйтәйек, «Транспорт һалымы тураһында» республика ҡанунына үҙгәреш индереү ҡарары ҡабул ителде. Уға ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан физик шәхестәр, йә уларҙың ғаилә ағзалары 2022 йыл өсөн киләсәк һалымдан азат ителә. Льгота мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобилдәре, үҙйөрөшлө машиналарға ҡағыла. Шулай уҡ хәҙер хәрбиҙәр баҙарҙыҡы менән сағыштырғанда түбәнерәк хаҡҡа фатир һатып алыу хоҡуғына эйә.

Депутаттар билдәләүенсә, Ватан һағына баҫҡан хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларын хәстәрләү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурысы булырға тейеш. Ошо маҡсатта тағы ла бер ҡанун ҡабул ителде. Был төркөм граждандар ярымстационар формала, йә өй шарттарында бушлай социаль хеҙмәттәр менән ҡуллана ала. Шул уҡ ваҡытта Хеҙмәт кодексына ла үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал. Коммунистар пенсия алды йәшендәгеләр һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы ҡыҫҡартыуҙарҙан һаҡлауға йүнәлтелгән ҡанун проекты менән сығыш яһаны.

Пленар ултырышта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие күләмен ун процентҡа арттырыуға йүнәлтелгән закон проекты ла ҡаралды. Рәсәй либераль-демократик партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре был түләүҙәрҙе тағы ла арттырырға кәрәк тигән ҡарашта

Бөгөн ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар һаны яҡынса һигеҙ мең. Был категория буйынса түләүҙәрҙе йәшәү минимумына еткереү тәҡдиме менән сыҡҡайныҡ. Әммә ҡанун проекты ҡабул ителмәне. Беҙҙең фракция Башҡортостанда был норманы индереү буйынса етди эш алып барасаҡ.

Вячеслав Рябов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары /»Рәсәй либераль-демократик партияһы/

Пленар ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда сәнәғәт хеҙмәткәре көнө булдырылды. Тармаҡ белгестаренең һөнәри байрамы йыл һайын 1 декабрҙә билдәләнәсәк. Дата осраҡлы ғына һайланмаған. Ул тап ошо көндә Башкортостан сәнәғәте сәйәсәте тураһында закон ҡабул ителеү менән бәйле.

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ