Эшҡыуарлыҡ алдындағы кәртәләрҙе «Бизнес коррупцияға ҡаршы» йәмәғәт советы тикшерә

Бөгөн прокуратура, хоҡуҡ һаҡлау органдары, күҙәтеү ведомстволары ҡатнашлығында үткән ултырышта Башҡортостанда эшләүсе ике йүнселдең эше тикшерелде. Улар ер мөнәсәбәттәре һәм займдар алыу буйынса ҡуҙғатылған.

Беренсе осраҡта дәүләт тарафынан бизнес алып барыу өсөн тейешле күләмдә ер бирелмәһә, икенсеһендә халыҡҡа займдар биргәне өсөн эшҡыуарға енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ике йүнсел дә ғәҙеллек талап итеп «Бизнес коррупцияға ҡаршы» йәмәғәт процедуралары үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.

Йәмәғәт советы ултырышында күтәрелгән мәсьәләләр ғәҙәттә бер кешенеке генә түгел. Улар ҡануниәттә ниндәйҙер етешһеҙлектәр арҡаһында барлыҡҡа килә һәм системалы проблемаға әйләнә. Бизнес коррупцияға ҡаршы йәмәғәт процедуралары үҙәге ошондай етешһеҙлектәрҙе асыҡлап эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Бушлай юрист консультациялар, хоҡуҡи оҙатыу ойоштора. Ултырышта ҡаралған мәсәьәләләр нигеҙендә ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме менән дә сығабыҙ.

Екатерина Малахова, Юридик компания директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ