Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендәге үткәүелдә төҙөлөш эштәре ни өсөн туҡтатылған?

Тимер юл аръяғында йәшәүселәр был һорау менән һуңғы ваҡытта төрлө инстанцияларға йыш мөрәжәғә итә. Борсолоу белдереүселәрҙең артыуын иҫәпкә алып, республиканың йәмәғәт палатаһы ағзалары хәбәрселәр менән төҙөлөш майҙансығына килде. Ысынлап та, хәүефләнергә урын бармы? Һорауға яуапты БЮТ хәбәрселәре эҙләне.

Өфөнө урап үткән поездар ҡайһы бер ауылдарҙа йәшәүселәрҙең баш бәләһенә әүерелгән. Бигерәк тә Зинин, Нуғай һәм Аҡбирҙе халҡы ҙур ыҙа сигергә мәжбүр. Сөнки состав үтеп киткән ваҡытта тимер юл тирәләй автомобилдәр тығыла. Йыш ҡына уның оҙонлоғо километрҙарға һуҙыла.

Зарланыусыларҙың артыуын иҫәпкә алып, былтыр тимер юл өҫтөнән үткәүел төҙөлә башланы. Тәүге йылда эш әүҙем барҙы, әммә һуңғы ваҡытта халыҡ техника тауышының тынып ҡалыуына заралана. Объектың киләсәге өсөн борсолоп, улар төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр.

Ҡала властары аңлатыуынса, тимер юл селтәрен үҙгәртеү - был төҙөлөштә иң ауыры, сөнки поездарҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итергә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, эш бер минутҡа ла туҡтатмай. Яңы йылға тиклем урҙалар тулыһынса һалынып бөтөргә тейеш.

Бер үк ваҡытта ҡеүәтле йөк машиналары үткәүел тирәләй дүрт һыҙатлы юл һала. Бар эштәр ҙә «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

Объект сафҡа индерелгәс, автомобиль хужаларына ғына түгел, йәйәүлеләргә лә уңайлы буласаҡ. Улар өсөн өс метр киңлектәге тротуарҙар һәм автобус туҡталыштары ҡаралған. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн участканы тулыһынса фонарҙар яҡтыртасаҡ.

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ