Башҡортостан хирургтары ассоциацияһынан йылдың иң яҡшы хирургына алтын скальпель

Республика клиник дауаханаһында хирургияның көнүҙәк мәсьәләләренә арналған конференцияла республиканың иң яҡшы хирургы тип БДМУ клникаһының торокаль хирургия бүлеге мөдире, прфессор Артур Авзалетднов танылды. Ул робот-ассистент ярҙамында үңәскә пластик операция үткәрҙе. Бындай ҡатмарлы әмәлиәт беренсе тапҡыр башҡарылған һәм 6 сәғәт барған.

Операцияла бик күп белгестәр анастезиологтар, шәфҡәт туташтары ҡатнашты. 6 сәғәт ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтте. Был операция барышында беҙ үңәстең зарарланған урынына ашҡаҙандан алынған өлөштө беркеттек. Робот-ассистент ярҙамында башҡарылған техник эшебеҙ бәләкәй уйымдар ярҙамында пациенттың органдарын һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.

Артур Авзалетдинов, БДМУ клиникаһының торакаль хирургия бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы

Медицинанынң хирургия тармағында иң яҡшы белгестәр 1996 йылдан билдәләнә. Хирург-практиктар араһында иң яҡшы фәнни эҙләнеүҙәр, монография авторҙары, йәш хирургтар коллективы тырышлығы, һөнәри аылмдарҙы ғәмәлдә ҡулланыу махсус дипломдар мәнән баһаланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ