«Рәсәйҙә уйлап табылған» федераль проекты конкурсында Дүртөйлө ҡалаһы мастер-планы еңеп сыҡҡан. Ул ҡалаларҙа заман сәнғәте үҙәктәре, галереялар, креатив кварталдар, этно-парктар булдырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостандан тыш исемлектә илдең тағы биш төбәге бар.
Проектҡа ярашлы, сауҙагәр Зубилов йорто һәм уның янындағы ер биләмәһе тәртипкә килтерелә, ике капиталь төҙөлөш объекты ремонталанасаҡ. Бында йәштәр, туристарҙы йәлеп итеү күҙаллана. Креатив майҙан концепцияһы Мәскәүҙәге Милли тикшеренеү университетының «Юғары иҡтисад мәктәбе» тарафынан тәҡдим ителә.



