Стәрлетамаҡ район-ара тәфтиш бүлеге был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы вәкиле Алик Шәрәфетдинов һөйләй.
Янғында 45 йәшлек ҡатын, 46 йәшлек ир һәм уларҙың 6, 10, 13, 21 йәшлек балалары һәләк булған. Белгестәр бер баланың йәшен асыҡлай. Ғаилә башлығы ике баланы – 5 йәшлек игеҙәктәрҙе уттан ҡотҡарып өлгөргән. Фажиғәне тикшереү барышын Башҡортостан Тәфтиш идаралығы етәксеһе контролгә алған.







