Бөгөн Асҡын районында "Атайсал – кесе Ватан" төбәк форумы үтә

Унда Балтас, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Салауат һәм Тәтешле райондары вәкилдәре ҡатнаша. “Атайсал” – илһөйәрҙәр проекты”, - тигән фекерҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов. Ул Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбенә даими ярҙам күрһәтә.

Бөгөн Асҡын районында "Атайсал – кесе Ватан" төбәк форумы үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, “Атайсал” проекты шәхси башланғыстан барлыҡҡа килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин Саҡмағош районында Аблай һәм Күсәкәй ауылдары араһындағы юлды төҙөкләндергән. Уның миҫалы башҡаларға ла өлгө булған. Фекер алышҡандан һуң, “Атайсал” проектына нигеҙ һалына. Бөгөн ул тыуған яғы өсөн изге эштәр башҡарырға теләүселәрҙе берләштергән ҙур хәрәкәткә әйләнде.  Башҡортостанда йөҙҙән ашыу балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырылған, шишмәләр төҙөкләндерелгән, мәсет һәм сиркәүҙәр һалынған, ауыл һәм ҡала китапханаларына 3 меңдән ашыу китап тапшырылған, бик күп саралар ойошторолған.

Фото №1 - Бөгөн Асҡын районында "Атайсал – кесе Ватан" төбәк форумы үтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ