Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. «Штаб фажиғә сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә. Уны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкләй. Мәрхүмдәрҙе ерләүҙе ойоштороу һәм башҡа сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ.
Һәләк булған ғаиләнең балалары тураһында хәстәрлек күреләсәк. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына тейешле бурыс йөкмәтелгән. Мин күршеләренә лә ярҙам күрһәтергә ҡуштым. Һәләк булыусыларҙың яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашам», - тип билдәләгән Радий Хәбиров.






