Фиҙаҡәр хеҙмәтселәр лайыҡлы баһаланды

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Төрлө тармаҡтарҙа эшләп, республиканы алға әйҙәүсе замандаштарыбыҙ Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың маҡтаулы исемдәре, Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәре араһында Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнеүселәр ҙә булды.

Республика сәнғәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индереүселәр ҙә дәүләт наградалары менән билдәләнде. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Нурия Ирсаева «Салауат Юлаев», танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов икенсе дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына лайыҡ булды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ