Вице-премьер Ирек Сәғитов Стәрлетамаҡ районында ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышы үткәрҙе

Унда Матвеевка ауылындағы янғынға бәйле һөйләшеү булды. Киләсәктә бындай фажиғәләрҙе булдырмау өсөн тейешле саралар күрергә, һәләк булғандарҙы ерләүҙә ярҙам итергә,  уттан зыян күргән йортто ремонтларға ҡушылды. - Һәр кем янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш, - тине Ирек Сәғитов. Бөгөн Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында ике фатирлы йорт янды. Утта 5 бала һәм уларҙың ата-әсәләре ғүмере өҙөлдө. Тағы ике баланы аталары йорттан сығарып  өлгөрә, улар иҫән ҡала.

Фото №1 - Вице-премьер Ирек Сәғитов Стәрлетамаҡ районында ғәҙәттән тыш хәл буйынса комиссия ултырышы үткәрҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ