Салауат районында боронғо ҡәберлек табылған. Белгестәр уны тирә-яҡ биләмәне фотоға төшөрөп махсус программа аша эшкәрткәс, заманса ҡоролмалар ярҙамында асыҡлай алған. Ҡомартҡылар араһында көмөш тәңкә, ат егеү кәрәк-яраҡтары һәм боронғо биҙәүестәр бар. Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге филиалы етәксеһе Рәмил Нәсретдинов һөйләй.







