Республикала алты ай рәттән инфляция әкренәйеүе күҙәтелә

Башҡортостан Милли банкынан шул турала хәбәр итәләр. Октябрҙә инфляция 13,1 процент теркәлгән. Сентябрҙә был күрһәткес бер аҙ күберәк булған. Аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙарына хаҡ төшкән. Юғары уңыш ошоға булышлыҡ иткән, ти белгестәр. Хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә, киреһенсә, хаҡ артыуы күҙәтелә. Туристик юлламарға ихтыяж арта, мобиль элемтә бер аҙ ҡиммәтләнде. Рәсәй банкы фаразы буйынса быйыл инфляция 12-13 процент булыуы ихтимал.

Фото №1 - Республикала алты ай рәттән инфляция әкренәйеүе күҙәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ