Өфөлә күп балалы ғаиләгә ер участкаһы урынына бирелә торған бер меңенсе сертификат тапшырылды

Күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер урынына 250 мең һумлыҡ сертификат 2020 йылдан бирелә. Документты ипотека кредитын алыу өсөн тәүге иғәнә итеп файҙаланырға, ипотека кредитының суммаһын ҡапларға, йорт төҙөргә, ремонтларға мөмкин. Ул ҡулаҡсаға әйләндерелмәй.

Меңенсе сертификатты алыусы ғаилә Бүздәк районында йәшәй, өс ул үҫтерә, уларҙың береһе студент, икеһе мәктәп йәшендә. Күп балалы ғаилә ер участкаһы алыуға өсөнсө улдары тыуғас та, 2014 йылда иҫәпкә торған.

Беҙ әле 2019 йылға тиклем ер участкаһы алыу өсөн иҫәпкә торған ғаиләләргә сертификат бирәбеҙ. Һуңыраҡ ғариза яҙыусыларға документтар киләһе йылдан бирелә башлай. Бының өсөн ғинуарҙан һуң мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Наталья Полянская, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре көнө уңайынан министрлыҡта эшләүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Һөнәри байрам 1991 йылдың 29 октябренән билдәләнә.Тап шул көндә Башҡортостанда дәүләт милке менән идара итеү комитеты булдырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ