Ҡупшыҡайҙар «Ҡашҡаҙан» паркы һәм Дим районында ҡуйылды. Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, ағастар Нуриман һәм Благовещен райондарынан килтерелгән. Сипайлово биҫтәһендәге шыршының бейеклеге 18, Дим паркында - 25 метр. Яҡын көндәрҙә улар биҙәлә башлаясаҡ.






