Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡ күп балалы ғаиләне һәләк итте. Фажигәғә бәйле енәйәт эше ҡуҙғатылған. Мәрхүмдәрҙең кәүҙәләре суд-мед экспертиза тикшереүе үтә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылында ғәҙәттән тыш хәл, бөгөн таңғы дүртенсе яртылар тирәһендә теркәлә. Бәхетһеҙ осраҡ тотош ете кешенән торған ғаиләнең, шул иҫәптән биш баланың ғүмерен өҙгән.
Ут сығыуын тәүгеләрҙән булып күрше йортта йәшәүсе Айрат Сәләмов күрә. Ярҙамға ашыҡҡанда ул ҡуйы төтөнгә ҡапланған йорт алдында ике баланы шәйләй. Асыҡланыуынса, биш йәшлек малайҙарҙы аталары тәҙрә аша сығарып өлгөргән.
Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәре билдәһеҙ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса янғынға электр утындағы көсөргәнеш сәбәпсе булыуы ихтимал. Йорт иҫкәртеүсе ҡоролма менән йыһазландырылған булған.
Республика башлығы Радий Хәбиров һәләк булыусыларҙың яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Мәрхүмдәрҙе ерләүҙе ойоштороу һәм башҡа сығымдар буйынса ярҙам, иҫән ҡалған балалар хаҡында хәстәрлек күрһәтеләсәген белдерҙе.
Фажиғә урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республика прокуратураһы һәм тәфтиш комитеты белгестәре эшләй. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Азат Ғәлиуллин



