Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияға әҙерләнә

1967 йылдан алып баш ҡаланы биҙәп торған Европалағы иң ҙур һыбайлы һын төҙөкләндереүгә мохтаж тигән ҡарар ҡабул ителде. Суйындан ҡойолған тарихи объект һауа шарттарынан зыян күреп, нигеҙе ҡыйшая башлаған. Милли батырға һәйкә­лде реконструкциялау ғалим­дар, мәҙәни мираҫты һаҡлауһәм һынлы сәнғәт өлкәһендәге белгестәр, йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алып хәл ителде.

Салауат Юлаев һәйкәле Башҡортостанда үҙ халҡыңа тоғролоҡ, иоһөйәрлек тойғоларын сағылдыра. Данлыҡлы тарихи объект төбәктең төп символы һанала. Һәйкәлдең һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора.Уны реконструкциялау буйынса дәүләт эксперитиза киләһе йылға мартта тамаланасаҡ. Төҙөкләндереү проектына таянып һәйкәлде реставрациялау ваҡыты билдәләнер тип көтөлә. Белгестәр реставрация һәйкәлдең майҙанында уҡ башҡарыласаҡ тип белдерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ