Рәсәй президенты Владимир Путин Указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән ҡырҡ хеҙмәт алдынғыһы юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Колонна залында ойошторолған тантанала аҡ халатлыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тәбрикләне.
Алдағы өс йылда республикала биш поликлиника, өс йөҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, ҡырҡ табип амбулаторияһы төҙөлөшө планлаштырылған. Бүләкләнеүселәргә килгәндә, улар төрлө район-ҡала медицина учреждениеларынан. Халыҡ сәләмәтлеге һағына һәр кем үҙ теләге менән баҫҡан.
«Ватан алдындағы ҡаҙанышы өсөн» ордены миҙалдарының береһе Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы табип-терапевы Фәйрүзә Ғөбәйҙуллинаға тәғәйенләнгән булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңыраҡ уның йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Награданы ҡыҙы Камилә алды






