Благовар ере бөтә Башҡортостандан һәүәҫкәр йырсылар һәм ижади ансамблдәрҙе ҡабул итте

Языков ауылында данлыҡлы компзитор Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусыларҙың «Сәскәләр уяныр» тип исемләнгән асыҡ республика конкурсы уҙҙы. Дүртенсе тапҡыр ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, ижади бәйге һәүәҫкәр һәм профессиональ артистар араһында киң билдәлек алды.

Быйыл унда республиканың 26 район һәм ҡалаһынан башҡарыусылар ҡатнашты. Абруйлы баһалама ағзаһына 56 алты үҙ аллы башҡарыусылар һәм 18 ансамбль сығышын баһаларға тура килде. Рим Хәсәнов йырҙарын башҡарыусылар конкурсын баһалау үтә лә яуаплы һәм ҡатмарлы , ти улар. Сөнки композиторҙың шлягерҙарын башҡарыу эталоны юғары һәм һәүәҫкәр йырсыларға ла шул кимәлгә күтәрелергә тырышыр кәрәк.

Рим Хәсәнов дүрт йөҙҙән ашыу йыр, баллада, романстар авторы. Уның һәр береһен халыҡ яттан белә һәм Башҡорт , Татар музыка сәнғәтенең хазинаһы һанала. Конкурс жюриһы быйылғы еңеүселәр тип Күмертау ҡалаһының «Сулпан» ансамблен билдәләне. Уларға Рим Хәсәнов үҙе телевизор бүләк итте.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ