Асҡын районы белем усаҡтарында капиталь ремонт эштәре ҡайнай

Яңы уҡыу йылына Асҡын ауылының 2-се мәктәбе төҙөкләндерелһә, Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжында ремонт эштәре яңыраҡ ҡына башланған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Хәрби форма кеймәһәләр ҙә, малай-ҡыҙҙарҙың кәйефе хәрбиҙәрсә. Гимн һүҙҙәре барыһы өсөн дә күптән билдәле. Шайморатовсылар класы районда тәүгеләрҙән башлап 2-се мәктәптә асыла. Әле улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған сараға әҙерләнә. Репетициялар белем усағының яңыртылған тамаша залында бара. Бында Мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһы сиктәрендә капиталь ремонт үткәрелгән.

Асҡын ауылының 2-се мәктәбе 1986 йылда төҙөлгән, һуңғы тапҡыр капиталь ремонт 20 йыл элек уҙғарылған. Ул ваҡытта бинаның түшәмдәре һәм тәҙрәләре яңырытылған. Йылдар үтеү менән 770 бала уҡыған белем усағын яңыртыу талап итә. Мәктәп федераль программа ярҙамында яңы һулыш ала.

Иркен, яҡты кабинеттарҙа заманса шарттар булдырыу менән бер рәттән ял урындары ла хәстәрләнә. Мәктәп ашханаһы иһә ике тапҡырға киңәйтелгән. Был ит- балыҡ ризыҡтары, йәшелсә һәм һыуытҡыстар өсөн айырым цех булдырырға мөмкинлек биргән.

Студенттар урынына колледжда әле тик эшселәр генә. Улар 70-се йылдарҙа сафҡа ингән һәм шул ваҡыттан алып капиталь ремонт күрмәгән бинаны төҙөкләндерә. Һөнәри колледж директоры һүҙҙәренсә, ятаҡхана һәм уҡыу корпустары яраҡһыҙ хәлгә килә.

Капиталь ремонт башланғас колледж студенттары дистанцион уҡытыуға күсә. 300-ҙән ашыу егет-ҡыҙ уҡыу класстары әҙер булыу менән ҡайтанан парта артына ултырасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ