Балалары ла, ҡатындары ла, ата-әсәләре лә иғтибар үҙәгендә

Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән утыҙҙан ашыу ярҙам сараһы ҡаралды. Радий Хәбиров ҡарары буйынса төбәктә гуманитар ылауҙарҙы йыйыу һәм оҙатыуҙа берҙәм эш принцибы ла булдырылған. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостанда махсус хәрби операция барған биләмәгә гуманитар ылау йыйыу һәм оҙатыу буйынса республика координация үҙәге ойошторолдо. Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән барлыҡ ярҙам «Башсельхозтехника» предприятиеһы базаһында урынлаштырылған логистика үҙәге аша үтәсәк. Заявкалар йыйыу менән Республика Хөкүмәте шөғөлләнә, тауарҙарҙы оҙатыуҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тәьмин итә. Төбәк етәксеһе башҡорт батальондары, мобилизацияға эләккән яҡташтарыбыҙға төп терәккә әйләнгән берҙәм Башҡортостан халҡына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә. Республикала ике мең ярымға яҡын малай-ҡыҙ бушлай балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәп уҡыусылары, колледж студенттары бушлай йылы аш менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ йәштәрҙе урта махсус уҡыу йорттарының төп һөнәри мәғариф программаларын үтеүгә сертификаттар менән тәьмин итеү планлаштырылған. Өлкәндәр һәм инвалидтарға ярымстационар формала һәм өй шарттарында социаль хеҙмәттәр күрһәтелә. Шулай уҡ хәрбиҙәр, йә уларҙың яҡындары 2022 йыл өсөн бер транспорт сараһы өсөн һалымдан азат ителә, торлаҡ һатып алғанда льгота менән файҙалана ала

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров ғилми-технологик үҫеш Милли рейтингы йомғаҡтарына ла туҡталды. Башҡортостан ил төбәктәре араһында дүртенсе урында. Был ҡаҙаныш нигеҙендә - Евразия ғилми-мәғариф үҙәге. Шулай уҡ яңыраҡ республикала ҙур юғары уҡыу йорто - Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошторолдо.

Башҡортостан малсылыҡ продукцияһы етештереү буйынса ла илдең тәүге биш төбәге исемлегендә. Һөт һәм ит сығарыу күрһәткестәре үҫеүе күҙәтелә. Радий Хәбиров 2023 йылға республика бюджетын билдәләгәндә ауыл хужалығы тауарҙарын эшкәртеүҙе финанслауҙы иҫәпкә алырға ҡушты. Декабрҙә Парламенттың сираттағы пленар ултырышында ҡаҙна проекты икенсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.

Радий Хәбиров төбәктә янғын профилактикаһы эшен дә көсәйтергә ҡушты. Уҙған аҙнала Стәрлетамаҡ районы Матвеевка ауылындағы йортта янғын сығыу сәбәпле бер юлы ете кеше, шул иҫәптән биш баланың ғүмере өҙөлгәйне. Атай кеше ике улын тәҙрә аша сығарып өлгөрә, әммә үҙе ут эсендә ҡала. Ҡаһарманлыҡ күрһәткән иргә үлгәндән һуң награда тапшырыу ҡарары ҡабул ителде.

Оператив кәңәшмәлә суррогат алкоголь менән көрәш темаһы ла күтәрелде. Йыл башынан контрафакт продукциянан утыҙҙан ашыу бәлиғ булмаған кеше ағыуланған, бер үҫмер үлгән. Төбәк башлығы был хәлде контролдә тотоу мөһимлеген билдәләне.

Әле әллә ни ҡар яумаһа ла, урам-юлдарҙы таҙартыу сифатына тәнҡит белдереүселәр ҙә бар. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров был йүнәлешкә иғтибарҙы арттырырға ҡушты. Ошо маҡсатта яуаплы ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәре айырыуса эш режимына күсә.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ