Фән, мәғариф һәм бизнес һағында

Хәҙер инде Өфө фән һәм технологиялар университетына берләшкән Өфө дәүләт авиация техник университеты ойошторолоуға 90 йыл тулыуға бәйле бөгөн Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Сарала юғары уҡыу йорто етәкселеге, ветерандары һәм оҙаҡ йылдар университет менән хеҙмәттәшлек иткән илдең төрлө завод-предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Конференция барышында яңы уҡыу йорто составында башҡарыласаҡ эштәр барланды. Улар араһында студенттарҙың белем кимәлен күтәреү менән бер рәттән, практик тәжрибә биреү, артабан дипломлы белгес булараҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге тикшерелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ