Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2022

Башҡортостанда «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Рәсәй конкурсының финал этабы үтә. 75 төбәктән килгән ашнаҡсы һөнәри оҫталыҡ буйынса көс һынашып Мәскәүҙә уҙасаҡ бүләкләү тантанаһында ҡатнашыр тип көтөлә. Икенсе йыл рәттән ойошторолған бәйгелә 400-ҙән ашыу ашнаҡсы һынау тотто. Мәртәбәле сара ашнаҡсы хеҙмәтенә иғтибар арттырыу, мәктәп ашханаларының эшен яҡшыртыу өсөн үткәрелә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Яуаплы һынау. Мәктәп ашнаҡсылары меню буйынса ике төрлө ризыҡ әҙерләп, үҙ-ара көс һынаша. Өфөлә үткән «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» конкурсында ҡатнашыусыларҙың оҫталығы аҙыҡтың тәме, сифаты, тышҡы ҡиәфәте буйынса баһалана.

«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» конкурсы Рәсәйҙә икенсе тапҡыр ойошторолдо. Былтыр мәртәбәле сара Мәскәү ҡалаһында ойошторолһа, быйыл ашнаҡсылар Өфөлә һынау тота.

Алыҫ тарафтарҙан Өфөләге конкурсҡа килгән ҡатнашыусылар бәйге этабында биҙәү элементтарын ҡуллана алды. Һынауҙарҙың рәсми этабы күп профилле колледж биләмәһендә үтһә, байрам өлөшөндә күргәҙмә тәҡдим ителде

Күргәҙмәгә «Иң яҡшы ашнаҡсы» конкурсы төбәк этабы финалистары ризыҡтары индерелде. Табында төрлө номинациялар буйынса еңеүсе тип табылған Өфө, Октябрьский ҡалалары, Иглин һәм Бүздәк райондары ашнаҡсылары ризыҡтары урын алды.

Ашнаҡсылар хөрмәтенә Рәсәйҙәге берҙән-бер һәйкәл Башҡортостанда урынлашҡан. Ашнаҡсы һөнәренә иғтибар арттырыу өсөн ойошторолған сарала Каринэ Хәбирова ла булды. Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе асыҡ академияһы етәксеһе Рәсәй кимәлендәге конкурс финалына етеүселәргә уңыштар теләп аш-һыу оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Ҙур бәйге финалында еңеүселәр 24 ноябрҙә Мәскәүҙә бүләкләнер тип көтөлә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ