Бөгөн - Халыҡ-ара телевидение көнө билдәләнә

Киң мәғлүмәт саралары быуат элек барлыҡҡа килһә лә, һөнәрмәндәр был көндө 1996 йылдан алып билдәләй.Телевидение арбаһында елеүселәр йәмғиәтебеҙ тормошоноң бөтә тармаҡтарын сағылдырып көнүҙәк темаларға тапшырыуҙар әҙерләп эфирға сығара. Ә һәр телевидениела иң мөһим булған яңылыҡтар сығарылыштары аша халыҡ төплө мәғлүмәт ала. Яңылыҡтар хеҙмәтенең кадр артындағы эше хаҡында киләһе яҙмала.

Яғымлы йөҙлө хәбәрсебеҙҙең исем-шәрифе тамашасыларға яҡшы таныш. Флорида Ким республикабыҙ тормошондағы мөһим сараларҙы тура эфирҙа яҡтырта, көнүҙәк мәсьәләләргә сюжеттар әҙерләй. Бынан тыш, финанс белеме буйынса тапшырыуҙарға ла ҡыйыу тотона.

Ғәҙәттә, тамашасыға күренмәй, ул күберәген кадр артында ҡала. Яңылыҡтар хеҙмәте операторы күҙлегенән, тиҙлегенән, ваҡиғалар сылбыры теҙелә. Хәйер, был хаҡта Роберт Дәүләтбирҙиндың фекерен беләйек.

Ике телдә эшләүсе телевидениеһы бригадаһы һәр ваҡыт юлда, ваҡиғалар үҙәгендә ҡайнай. Камералар һүрәтләгән барлыҡ мәғлүмәт бер-нисә ысул менән ҡораусылар ҡарамағына тапшырыла.

Яңылыҡтарҙың әҙәби мөхәррире Рәйлә Күсемханова сюжеттарҙа текст камиллығын тикшерә, титрҙар, геотитрҙарҙы энә күҙәүенән үткәрә, сығарылыш мөхәррире яңылыҡтарҙы ваҡиғалар мөһимлегенән версткалай.

Яңылыҡтар сығарылышын ысын мәғәнәһендә эфир батшабикәһе тиҙәр. Халыҡ беҙҙең сығарылыштарҙы көтөп ала. Ҡануниәт, социаль-иҡтисади өлкәләге яңылыҡтар менән таныша, һауа торошон ҡарап, тормошон, сәфәрҙәрен көйләй, төрлө-хәл ваҡиғаларҙан фәһем ала, аҡыл төйнәй. Һәр сығарылыш тура эфирҙа үтә. Ошо бүлмәнән режиссер пульт аша һүрәт һәм тауыш сифаты өсөн яуап бирә.

Республика, ил, донъя күләмендәге мөһим хәл-ваҡиғаларҙы яғымлы тауышлы, мөләйем алып барыусы-дикторҙарыбыҙ тамашасы хөкөмөнә сығара.

«Яңылыҡтар» хеҙмәте татыу бер команда булып, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып эшләүсе көс. Ниндәй генә шарттарҙа ла беҙҙең ижади төркөм һәр йортҡа тик изге хәбәрҙәр, яҡшы яңылыҡтар ғына еткерергә ашыға.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ